

Хәҙер ҙә атайым хеҙмәт иткән йылдарын һағынып иҫкә ала. Ул беҙгә шул саҡтарҙа булған хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләй. Беләһәгеҙме, атайым әрме сафтарында ике йыл эсендә егерме ете сик буйын боҙоусыны тотоуҙа ҡатнашҡан. Тыуған ил алдындағы хеҙмәте өсөн уларҙың отряд начальнигы, полковник Егоров 1991 йылдың 28 майында «СССР дәүләт сиген һаҡлауҙа өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүе тураһында әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миҙал атайымдың ҡулына килеп етмәгән.
Әлеге ваҡытта ул матур Ҡуянтау ауылында татыу ғаиләгә баш булып, беҙгә үрнәк күрһәтеп, арымай-талмай донъя көтә. Минең уның кеүек булғым килә.
Артём ӘХМӘТҠУЖИН,
X синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Ҡуянтау мәктәбе.