+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Шиғырҙар ҙа яҙа

Зөһрә Латипова Илеш районы Үрмәт мәктәбенең VIII синыфында белем ала. Ғаиләләрендә өсөнсө ҡыҙ булып донъяға килә ул. Бәләкәй сағынан атаһы китапҡа һөйөү тәрбиәләй. Ә иң яратҡан дәресе – башҡорт теле.

Шиғырҙар ҙа яҙаШиғырҙар ҙа яҙа
Шиғырҙар ҙа яҙа

– Уҡытыусым, юғары категориялы белгес Әлмира Фәнис ҡыҙы Ғимазова беренсе дәрестән үк серле баш­ҡорт теле донъяһына алып инеп китте. Ул тәрән белемле, яғымлы ҡарашлы, талапсан булыуы менән күңелемде арбаны, – ти Зөһрә.
V синыфтан төрлө бәйгеләргә, фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерләнә башлайҙар. Иң беренсе еңеүҙәре фәнни-ғәмәли кәңәшмәлә була. Был уңыш ҡыҙға ҡанат ҡуя, үҙ-үҙенә ышанысты арттыра. «Мәжит Ғафури уҡыуҙары»нда, «Кәүсәриә Шафиҡова уҡыу-ҙары»нда призлы урындар ала, «Республикама дан йырлайым» иншалар конкурсында еңеүсе була.
Үҙе өсөн генә яҙған шиғырҙарын Әлмира Фәнис ҡыҙына оялып ҡына күрһәтә. Хуплау һүҙҙәрен ишеткәс, ижад менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. «Шиғырҙарҙы нисек яҙаһың?» – тигән һорауыма: «Тыпыйҙан Үрмәткә уҡырға йөрөгәндә тирә-яҡты күҙәтәм. Ниндәйҙер шатлыҡ кисерһәм, күңелем болоҡһоп торһа, илһам үҙенән-үҙе килә һәм мин ҡәләм тибрәтеп алам. Шулай ҡапыл, уйламағанда ғына тыуа ла ҡуя шиғырҙарым», – тип яуапланы ул.
Ҡыҙ Башҡорт теле көнө айҡанлы ойошторолған «Тап һүҙ» республика онлайн-конкурсында үҙе яҙған шиғырын уҡып, еңеүсе булды. Был, әлбиттә, ҙур уңыш, шатлыҡ.
Зөһрәгә ихлас һәм ярҙамсыл кешеләр оҡшай.
– Ялҡауҙарҙы өнәмәйем. Кеше йәшәй икән, тимәк, ул хеҙмәт итергә тейеш. Үҙенә шөғөл тапҡан кешенең насарлыҡ тураһында уйларға ваҡыты ҡалмай. Шуға ла хеҙмәт кешеһе минең өсөн үрнәк булып тора. Тырышлығыңдың емешен татыу – үҙе ҙур бәхет, – ти ул.
Ысынлап та, дөрөҫ һүҙҙәр бит. Уҡытыусыһы Әлмира Фәнис ҡыҙы ла: «Зөһрәгә ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек менән бергә логик фекерләү, ныҡлы хәтер, хислелек, ижади һәләт тә бирелгән. Шуға күрә уның менән эшләүе еңел», – ти.
Төрлө ҡаҙаныштары өсөн район хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булған. Зөһрәнең тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеп, районыбыҙҙың ғорурлығы булып ҡалыуын теләйем.
Һеҙҙең иғтибарға уның «Сабырлыҡ» тигән шиғырын да тәҡдим итәм.

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА, уҡытыусы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас