+22 °С
Ясно
VKOKTelegram

Тәүге уҡытыусым

Минең тәүге уҡытыусым – Гөлназ Ғайса ҡыҙы Әбүталипова. Ул беҙҙе уҡырға, яҙырға өйрәтеп, серле белем донъяһына алып инде.

Тәүге уҡытыусымТәүге уҡытыусым
Тәүге уҡытыусым

 Ҡәҙерле остазыма ҡарата күңелемдә тик йылы хистәр генә һаҡлана. Беҙҙе төрлө конкурс-ярыштарға әҙерләй торғайны. Синыфыбыҙ менән мауыҡтыр­ғыс экскурсияларға ла күп йөрөнөк.
Уның математика дәресе айырыуса оҡшай ине. Апайыбыҙ теүәл фәнгә һөйөү уятты, шуғалыр ҙа инде әле лә миңә был фән еңел бирелә. Етди, талапсан ҡараштары һәр саҡ уҡыуға әйҙәй торғайны.
Тәүге уҡытыусыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, алдағы көндәрҙә лә тырышып уҡырбыҙ, тигән маҡсатта ҡалабыҙ.

Зөһрә ЙОМАҒУЖИНА,
V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас