+11 °С
Облачно
VKOKTelegram

8 март менән!

Бөгөн - ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. Элек магазиндар хәҙерге шикелле төрлө әйберҙән һығылып торманы. Бүләкте беҙ әсәйҙәргә үҙ ҡулдарыбыҙ менән әҙерләй инек.

8 март менән!8 март менән!
8 март менән!

 Хеҙмәт дәресендә уҡытыусыларыбыҙ ҙа ярҙам итте. Төрлө туҡыманан һырлап-матурлап тегелгән әйберҙәр әле лә күҙ алдымда. Аҙаҡ инде уҡытыусыларыбыҙ ҡулъяулыҡ, таҫтамал ситтәрен дә төрлө ептәр менән биҙәргә өйрәтте. Әсәйҙәребеҙҙең ҡыуанысын күрһәгеҙ! Ата-әсәләр йыйылышынан да ҡанатланып ҡайтыр ине улар. Һәр ваҡыт хеҙмәт дәрестәрен алып барыусы етәкселәребеҙгә рәхмәт белдерҙеләр. Эйе, күп һөнәргә өйрәтте улар. Бигерәк тә Мәреүәт апай Әхмәтованы, Марат ағай Фәритовтарҙы ҙур хөрмәт менән телгә алырҙар ине. 1 май, 9 май демонстрацияларына ла төрлө транспаранттар эшләүгә апай-ағайҙарыбыҙҙы ла йәлеп иттеләр. Уларҙағы яҙыуҙар әллә ҡайҙан балҡып, күңелде елкендереп торор ине. Экскурсияларға ла төрлө аш-һыу, тәмлекәстәр әҙерләп алып барыуҙы ла беҙ, ҡыҙҙар, үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Аҙаҡ инде табын янында бер-беребеҙҙең бешергән бәлеш-бауырһағын маҡтай-маҡтай ашау ҙа матур бер хәтирә булып күңел түрендә һаҡлана. Походтарға ла шулай йөрөнөк беҙ. Белмәгәнде өлкәндәр, әсәй-атайҙар өйрәтер ине. Ҡайҙарҙа ғына йөрөмәнек беҙ! Күл, урман, тау битләүҙәре беҙҙең яратҡан төйәгебеҙ булды. Мәктәптә уҡыуҙар тамамланыу менән алдан уйлап йөрөгән хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырыр инек. Уҡытыусыларыбыҙ беҙҙең уй-теләктәребеҙгә бер ҡасан да ҡаршы килмәне. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә лә уларҙың өлөшө ҙур булғандыр тип уйлайым. Йәнлек, ҡош-ҡорт ояларына һаҡсыл ҡараш уятыуҙа ла беҙ уларҙың өйрәткәндәренә таянып эш иттек. Осрашҡан-йыйылышҡан ваҡытта белем биргән остаздарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән телгә алабыҙ. Дәрестәре иһә оло маяҡ ише бөгөн дә юлыбыҙҙы яҡтырта.

8 март байрамы бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла бәхет-шатлыҡтар ғына килтерһен. Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!

 

Зөһрә Кашапова,

Әбйәлил районы.

Фото:https://yandex.ru/images/search?from=ta

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас