

8 Март байрамына арнап беҙҙең балалар баҡсаһының «Тейенкәй» кескәйҙәр төркөмөндә «Әсәйемде һыйлайым» тигән фотоконкурс үтте. Бәйге бик үҙенсәлекле килеп сыҡты. Балалар атайҙары менән төрлө тәмлекәстәр әҙерләп, фотоға төшкәйне. Әсәйҙәрҙең барыһына ла һый ҙа, бәйге лә ныҡ оҡшаны. Уларҙың нурлы йөҙҙәре ҡояштай балҡый ине.
Аҙаҡ ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙы алып һөйөндө.
Беҙ, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, тәрбиәләнеүселәре, донъялағы бар ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың иң матур байрамы – 8 Март менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Зөлфиә Иҙелбаева,
166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Өфө ҡалаһы.
Данияр МӨХӘМӘТОВ:
«Иртәнге сәй менән
Әсәйемде һыйлайым.
8 Март менән
Ҡәҙерлемде ҡотлайым».
Иҙрис Ғабдуллин:
«Яратҡан әсәйемә
Әҙерләйбеҙ беҙ бүләк.
Эштән арып ҡайтҡас,
Асыҡҡандыр бигерәк».