+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Тәмле аштар көтә

Мәктәбебеҙҙә өс ашнаҡсы: Рәйлә, Гөлназ һәм Айгөл апайҙар эшләй. Улар беҙҙе тәмле аштары менән һыйлай.

Тәмле аштар көтәТәмле аштар көтә
Тәмле аштар көтә

Рәйлә апай мәктәптә икенсе йыл ғына эшләһә лә, 27 йыл ғүмерен ашханаға бағышлаған. Стажы ҙур. Ә Гөлназ апайҙың беҙгә эшкә килгәненә бер тиҫтәнән артыҡ икән. Айгөл апай ҙа, йәш кенә булһа ла, оҫтарып алған. Бик тәмле итеп бешерә.
Иң тәүгеләр булып мәктәпкә ашнаҡсылар килә. Ауыр эштәренә ҡарамаҫтан, улар һәр ваҡыт уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы ала.
Беҙҙең дөрөҫ туҡланыу һаулығыбыҙға, физик үҫешебеҙгә ыңғай йоғонто яһай. Витаминлы аҙыҡ, төрлө йәшелсә, емеш-еләкте күберәк ашарға кәрәк.
– Бар ризыҡты тейешле меню буйынса һәм санитар талаптарҙы үтәп әҙерләйбеҙ, бешерәбеҙ, – ти өлкән ашнаҡсы Рәйлә апай.
Ашханаға барғы килеп кенә тора. Апайҙарыбыҙ тәмле бешерә, ризыҡтары ашап туй­ғыһыҙ. Уларға барлыҡ уҡыусылар исеменән рәхмәт әйтәбеҙ.

Аделина ҠАШҠАРОВА,
йәш хәбәрсе.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас