

Быйыл беҙҙең мәктәп тағы ла ҡалған тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе яңыртыу өсөн конкурста ҡатнаша. Ни өсөн һуң? Сөнки иҫкеләренән ел өрә, шуға ла бүлмәләрҙә һыуыҡ. Беҙ һалҡын көндәрҙә курткаларыбыҙҙы кейеп ултырабыҙ. Был килеш дәрес мәлендә яуап биреүе лә, дәфтәргә яҙыуы ла ҡыйын.
Ишектәр ҙә ныҡлап ябылмай. Тәҙрәнән ел өрһә, асыла ла китәләр. Яңы ишектәр ҡуйып, ҡалған тәҙрәләрҙе лә алмаштырһалар, мәктәбебеҙ тағы ла матурыраҡ булып китер ине. Беҙ унда уҡытыусыларыбыҙҙы һәм атай-әсәйҙәребеҙҙе ҡыуандырып, гел тырышып уҡырға һүҙ бирәбеҙ.
Ләйсән ИШМЫРҘИНА, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Бикеш мәктәбе.