+28 °С
Облачно
VKOKTelegram

Әлдә һин бар әле донъяла!

Беҙҙең ғаиләбеҙҙең ҡояшы – минең әсәйем. Уның исеме – Альбина. Благовар районы Яныш ауылында тыуып үҫкән.

Әлдә һин бар әле донъяла!Әлдә һин бар әле донъяла!
Әлдә һин бар әле донъяла!

Әсәйемдең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Үҙе барлыҡ эшкә лә оҫта, уны еренә еткереп башҡарырға ярата: тәмле итеп бәлештәр, аштар бешерә. Әҙерләгән ризыҡтарын тәмләп ҡараһаң, телеңде йоторлоҡ. Ауыр ваҡыттарҙа таяныс эҙләп тә, урғылып торған шатлыҡтарыбыҙҙы уртаҡлашырға ла уның янына йүгереп барабыҙ.
Гел беҙҙе ҡыуандырып, яҡты нурҙары менән өйҙө йылытып, күңелдәргә илһам өҫтәп тороусы кешем бит ул әсәйем, минең бөтмәҫ шатлығым! Ул башланғыс синыфтарҙы уҡыта. Беҙ ғаиләлә ике бала. Минең өлкән Алина апайым – хәҙер үҙе әсә.

Карина ХӘЙРЕТДИНОВА,
V синыф уҡыусыһы.
Благовар районы, Шарлыҡ мәктәбе.

Фото:https://yandex.ru/images/search?frD7bff8 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас