+8 °С
Облачно
VKOKTelegram

Мәктәп ғорурлығы улар

Һәр белем усағының йөҙөн билдәләрҙәй, уның ғорурлығы, йәме булырҙай уҡыусылар бар. Улар уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәрҙән олимпиада, спорт ярыштары еңеүселәре, фестиваль лауреаттары булып, мәктәп тарихына үҙ исемдәрен яҙа. Был ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡыуҙа ғына түгел, ижади мөхиттә лә һынатмай.

Мәктәп ғорурлығы уларМәктәп ғорурлығы улар
Мәктәп ғорурлығы улар

Байым мәктәбендә лә шундай өлгөлө уҡыусылар бихисап. Улар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә Әлфиә Абдрафиҡованың тәрбиәләнеүселәре лә бар. Был балалар район кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурс-сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнаша, төрлө баҫмаларҙа мәҡәлә, шиғырҙары ла донъя күреп тора. Күптән түгел «Йөрәк һүҙе» район бәйгеһендә мәктәптең III синыф уҡыусыһы Нуршат Әхмәтйәнов Әлфиә Абдрафиҡованың «Тамырыңды ҡоротма» исемле шиғыры менән сығыш яһап, икенсе урын яулауға өлгәшһә, IX синыф уҡыусыһы Камила Сыңғыҙова ла уҡытыусыһының ҡыш тураһындағы шиғырҙарын автор менән бергә һөйләп, лайыҡлы баһа алыуға өлгәште. Уларҙың сығышын оҙайлы алҡыштарға күмде тамашасылар. Шағир өсөн шунан да ҙур ҡыуаныс буламы икән?! Барыһы ла кешенең үҙенән тора: әүҙем булырға, уҡырға, өйрәнергә, белгәндәребеҙҙе йәш быуынға еткерергә кәрәк. Шул саҡта уңышҡа ирешергә мөмкин. Конкурстар иһә тәрбиә һәм тормош мәктәбе ул. Байым мәктәбе уҡыусыларына артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы.

Мәктәп ғорурлығы улар
Мәктәп ғорурлығы улар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас