+24 °С
Дождь
VKOKМакс

Тарих аҙналығы

Мәктәбебеҙҙә шаулап тарих аҙналығы үтеп китте. Һәр саҡтағыса, уҡыусыларыбыҙ синыф етәкселәре менән берлектә ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашты, үҙҙәренең ил, донъя тарихына битараф булмауҙарын күр­һәтте.

Тарих аҙналығыТарих аҙналығы
Тарих аҙналығы

Аҙнаның һәр көнө файҙалы уҙҙы. «Тәүтормош кешеһе һәм уның йәшәйеше» конкурсына бик матур итеп һүрәттәр төшөрҙөләр һәм стенд эшләнеләр. Бергәләп ребустар систеләр. V, VI синыфтар араһында интеллектуаль марафон, VII, VIII синыфтар өсөн «Законды беләһеңме?», «Тарих дуҫтары» тигән уйын-викториналар ойошторолдо. Балалар тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса белемдәрен күрһәтте. Шулай уҡ «Иң таҙа дәфтәр» хужалары билдәләнде. Аҙналыҡ барышында патриотик темаға кинофильмдар ҡаранылар һәм аҙаҡ фекер алыштылар.
Һәр синыф тарих буйынса мини-спектакль, темаға ярашлы ҡыҙыҡлы костюмдар әҙерләне. Беҙгә бигерәк тә Илнур һәм Искәндәр Тәҡиуллиндар­ҙың – тәүтормош кешеләре, Линар Ғәлимовтың – Пётр Беренсе, Нәркәс Әхмәтйәнова менән Эльвина Вахитованың – батша кәңәшселәре, Ринат Ғилмановтың Иван Грозный булып сығыш яһауҙары оҡшаны. Вилдан Ғәлләмов, Наҙгөл Ғәлләмова, Данияр Йыһангиров, Линара Закирова, Айзилә Мөхәмәтйәновалар ҙа үҙҙәрен оҫта артист итеп күрһәтте.
Был аҙналыҡты тарих уҡытыусыһы Эльвира Әмир ҡыҙы Баязитова ойошторҙо. Йомғаҡлау кисәһендә иң әүҙем уҡыусылар дәртләндереү приздары, тәмлекәстәр менән бүләкләнде.

Сәүиә ЗАКИРОВА.
Белорет районы, Ғәбдөк ауылы.

Тарих аҙналығы
Тарих аҙналығы
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас