+8 °С
Облачно
VKOKTelegram

Әкиәт иленә сәйәхәт

Брәтәк ауылының мәҙәниәт йортонда башланғыс синыф уҡыусылары өсөн «Әкиәт иленә сәйәхәт» тигән кисә үткәрелде. Әкиәт батшалығы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Ә уның ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме?

Әкиәт иленә сәйәхәтӘкиәт иленә сәйәхәт
Әкиәт иленә сәйәхәт

Әкиәт батшалығы алыҫ та түгел, яҡын да түгел, нәҡ Бала саҡ иленең эргәһендә генә икән. Ул ниндәй тылсымлы, яҡты, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһа, Әкиәт иле лә – иҫ китмәле матур ер, ти. Бында тик әкиәттәр генә йәшәй икән. Улар һис тә бер-береһенә оҡшамаған: оҙондары ла, ҡыҫҡалары ла, тылсымлылары ла, уйландыра торғандары ла, боронғолары ла, замансалары ла бар.
Уҡыусылар үҙҙәре белгән әкиәттәрҙе бер-береһенә һөйләп ҡыуанышты. «Иң күп әкиәт уҡыусы» тип Рөстәм Юлдашев танылды.Балалар был көндө яңынан-яңы әкиәттәр менән танышты. Кисә аҙағында һәр уҡыусыға иҫтәлеккә бәләкәй генә әкиәт китаптары бүләк ителде.

Сулпан ЮЛДАШЕВА.
Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас