+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ялдары файҙалы үтә

Хәйбулла районының Аҡъярҙағы 1-се мәктәбендә Гөлнәзирә Миңнулла ҡыҙы Хәсәнова һәм Дилбәр Абрар ҡыҙы Исҡужина етәкселегендә "Алға" уҡыу күнекмәләре йыйыны икенсе йыл рәттән эш башланы. Барыһы 7 әйҙәүсе, 12 магистр йәлеп ителгән.

Ялдары файҙалы үтәЯлдары файҙалы үтә
Ялдары файҙалы үтә

Әле унда төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан 60  бала ял итә.  Биология, химия, математика, физика, йәмғиәтте өйрәнеү, инглиз теле, география фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларына әҙерлек бара. Был предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеү өсөн Өфө ҡалаһының инженер лицейынан химия фәндәре кандидаты Айнур Мансур улы Ғүмәров, балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгенән доцент  Гөлдәр Рәшит ҡыҙы Йомағолова биология фәненән уҡыта, БДПУ-нан  Сергей Павлович Уткин географияны өйрәтә.

Шулай уҡ район мәғариф бүлеге идараһынан  Зилә Салауат ҡыҙы Ирназарова математиканы алып барһа, Аҡъярҙағы 1-се мәктәптең тәжрибәле, алдынғы уҡытыусылары  Ә.М. Таҡалова - физиканан, Ш.М. Баймырҙин, Г.М. Хәсәнова -  йәмғиәтте өйрәнеү фәненән, Р.Р.  Юлдашбаева инглиз теленән уҡыта. Шулай уҡ Степной  мәктәбенән В.Н. Йәтимова - биологиянан,  Р.С. Булатов  география фәнен төшөндөрә. З.К. Аслаева  "Алға" йыйынының гимнын өйрәтһә, Ф.В. Толобаева күңелле бейеүҙәре  менән  балаларҙың күңеленә дәрт өҫтәй.

Һәр көндө функциональ грамоталылыҡтың 6 йүнәлеше буйынса төрлө конкурстар ҡаралған. 28 мартта тантаналы рәүештә асылған йыйын "Креатив фекерләү" темаһы менән эшен дауам итә.

Г.И. ИШБУЛАТОВА, А.Х. ШӘЙЕХМЫРҘИНА,

"Алға" лагерының махсус хәбәрселәре.

 

Ялдары файҙалы үтә
Ялдары файҙалы үтә
Ялдары файҙалы үтә
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас