

2022 йылдың Башҡортостанда Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы икәнен иҫәпкә алып, Балалар китабы аҙналығында ҡыҙыҡлы кисә үткәрҙек. Балалар күргәҙмәгә ҡуйылған китаптар ярҙамында һөнәрҙәр донъяһына сәйәхәт ҡылды. Улар өсөн уйындар, бәйгеләр ойошторолдо. Мәҫәлән, «Кем нимә эшләй?» викторинаһында боронғо кәсептәр тураһында белделәр, «Детектив» уйынында төрлө һөнәрҙәрҙе айырырға өйрәнделәр. «Һүрәтләндер әле» пантомимаһы ла, костюмдар конкурсы ла ҡыҙыҡлы булды.
Владимир Маяковскийҙың «Кем булырға?», Джанни Родариҙың «Еҫе бармы һөнәрҙең?» китаптары менән танышҡас, балалар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, үҙҙәренең ниндәй һөнәрҙе яратыуын, киләсәктә кем булырға теләүен һөйләргә тотондо.
Рима ГӘРӘЕВА,
48-се балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.