+20 °С
Дождь
VKOKTelegram

Ауылда рәхәт!

Беренселә генә уҡыған Зөбәржәт Заһитованың яҙғы ялы Мәсетле районында уҙа.

Ауылда рәхәт!Ауылда рәхәт!
Ауылда рәхәт!

Каникулға сығыу менән ул олатаһы менән өләсәһе янына ашыҡты.
Ауылда рәхәт. Саф һауа, иркенлек. Өләсәһе тәмлекәстәр менән һыйлай.
Ҡыҙ ял итеп кенә ҡалмай, ярҙам итергә лә өлгөрә. Олатаһы менән өләсәһе күпләп мал аҫрай. Зөбәржәткә бигерәк тә яңы тыуған быҙауҙарҙы ҡарау оҡшай. Уларға көн дә һөт эсерә.

Гөлфиә КАМАЛОВА.
Өфө ҡалаһы,
140-сы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас