

Беҙ, Күсимов вариҫтары, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында олатайҙарыбыҙ, данлыҡлы Шайморатов генерал һәм уның башҡорт атлылары ҡәбәхәт фашистарҙан Украина ерҙәрен азат иткән, тыныс тормошобоҙ өсөн көрәшкән. Ә хәҙер һеҙ, ағайҙар, ошо яҡтарҙа яуыздарға ҡаршы тораһығыҙ. Батырлыҡтарығыҙ, үҙегеҙҙе аямай көрәшеүегеҙ хаҡында яңылыҡтарҙан ишетеп беләбеҙ. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар булмаһын – бирешмәгеҙ. Берҙәмлектә – көс! Бөтә Рәсәй халҡы һеҙгә ышана.
Тиҙҙән Украинала тыныслыҡ, ғәҙеллек урынлашыр. Беҙ һеҙҙең тыуған яҡтарығыҙға, ғаиләләрегеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Донъяларыбыҙ имен, ерҙә тыныслыҡ булһын.
Һеҙгә Тыуған илебеҙҙең патриоттары булып үҫергә һүҙ биреп ҡалабыҙ.
Азалиә ҒӘЛИУЛЛИНА, VII синыф уҡыусыһы.