+10 °С
Облачно
VKOKTelegram

Сыҙамлылығы менән дан алған

Ат – халҡыбыҙҙың тормошонда ҙур урын алған йән эйәһе. Ул борон-борондан кешене туйындырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған. Тоғро дуҫ та булған, сыҙамлылығы менән дә дан алған.

Сыҙамлылығы менән дан алғанСыҙамлылығы менән дан алған
Сыҙамлылығы менән дан алған

Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөй улар. Ғөмүмән, башҡорт халҡының тарихы, йәшәйеше ат менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Тормошобоҙҙо, хатта киләсәгебеҙҙе лә унһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Һабантуй байрамы ла бөгөнгә ҡәҙәр ат сабыштарынан башланып китә.
Ул бәхет килтереүсе хайуан булараҡ та билдәле. Күп кенә өйҙәрҙең ишек башында тимерҙән яһалған ат дағаһын күрергә мөмкин. Уны йорттарҙы төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай, тиҙәр. Бына ошо кескәй генә элемент та халыҡтың аттарға булған мөнәсәбәтен, ихтирамын күрһәтеп тора.
Төрлө типтағы автотранспорт ҡулланылышҡа ингәс, әлбиттә, аттың кеше тормошондағы роле кәме­не. Шулай ҙа ҡайһы бер ауыл хужалыҡтарында йыл­ҡы малы күпләп үрсетелеп, ҡымыҙ яһала. Республикабыҙҙа ат спорты менән шөғөлләнеүгә ҙур иғтибар бирелә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромы бар. Унда халыҡ-ара ат сабыштары ла үтеп тора.
Мин был хайуанҡайҙарҙы ныҡ яратам. Ат – баш­ҡорттоң ғүмерлек юлдашы ул!

Элина ХӘБИРОВА, VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас