

Ысынлап та, уйнаған саҡта бала һәр ваҡыт хәрәкәттә була, ә был иһә уның бөтә яҡлап йылдам үҫешенә булышлыҡ итә. Халыҡ: «Уйындарҙа – хәрәкәт, хәрәкәттә – бәрәкәт», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шулай итеп, баланың уйнай белеүе генә етмәй, ә ул дөрөҫ һәм матур итеп уйынды ҡора белеүгә ирешергә тейеш.
Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр башҡорт халыҡ уйындары тураһында аҙ белә. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең иғтибарын интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә. Ә беҙҙең маҡсат – халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарҙы популярлаштырыу.
Был йәһәттән Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһында ла әүҙем эш алып барыла. Яҙғы каникулда ойошторолған «Урал батыр мәктәбе» балаларҙы ял иттереү һәм һауыҡтырыу лагерында ла бер көн тап ошо темаға арналды. Башланғыс синыфтар уҡытыусылары балаларҙы «Әбәк-көбәк», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Үгеҙ йөҙөк», «Һәпәләк» кеүек уйындар менән таныштырҙы, башҡорт халыҡ уйындарын өйрәтеү аша туған телдең матурлығына, төҙөклөгөнә, тапҡырлығына иғтибар йүнәлттеләр. Ә балалар уйын барышында үҙҙәренең таҫыллығын, йылғырлығын, оҫталығын күрһәтергә тырышты.
Гөлнара ТИМЕРМУЛЛИНА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғолдағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы.