

Мин балаларға яҙыусының ижады, тормош юлы тураһында һөйләнем. Бергәләп уның әҫәрҙәрен иҫкә төшөрҙөк, шиғырҙарынан өҙөктәр менән таныштыҡ. Корней Чуковскийҙың ижадына арналған викторина һорауҙарына яуап эҙләү ҙә, кроссворд сисеү ҙә ҡыҙыҡлы булды.
Аҙналыҡтың икенсе көнө «Яратҡан әҫәрҙәребеҙҙән – яратҡан геройҙар» тип аталды. Унда һәр кем үҙенә оҡшаған китап һәм герой тураһында һөйләне. Һуңынан яратҡан китаптарына иллюстрациялар һәм әҫәр геройҙарының һүрәттәрен төшөрҙөләр.
Бөтә донъя һыу көнөнә арналған экологик сәғәт тә матур үтте. Ер планетаһының 71 проценттан күберәген һыу биләүе, шуға ла йыһандан ҡарағанда ул зәңгәр булып күренә икән. Тәүге диңгеҙ сәйәхәтселәренең караптарында иң ҡиммәтле йөктәре нимә булған? Эсәр һыу, сөнки океан, диңгеҙ һыуҙары ныҡ тоҙло, ҡулланыуға яраҡһыҙ. Сара барышында балалар күлдәр, йылғалар, шишмәләр тураһында ла бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.
Ә бер көндө «Халыҡ ижады – аҫыл хазина» тип исемләнгән фольклор байрамына йыйылдыҡ. Балалар халыҡ ижады менән танышты, әкиәт, легенда, риүәйәт, мәҡәл, йомаҡ, бәйет, йыр, таҡмаҡ, тиҙәйткестәр тураһында күпте белеп ҡалды. Халыҡ сәнғәтен сағылдырған төрлө кәсеп итеү ҡорамалдары, милли биҙәүестәр һәм кейемдәр ҡуйылған күргәҙмә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Күмәкләп «Үгеҙ йөҙөк», «Өйһөҙ ҡуян», «Аҡ тирәк-күк тирәк», «Энә, еп, төйөнсөк», «Исемем кемдә?», «Сырмалсыҡ», «Бесәй-сысҡан» кеүек халыҡ уйындарын уйнап алдыҡ.
Аҙналыҡ «Иң аҡыллы бала – китап уҡыған бала» тигән интеллектуаль уйын менән тамамланды. Иң әүҙем ҡатнашыусыларға Почёт грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.
Гөлфирә ХӘМИҘУЛЛИНА,
китапханасы.
Ейәнсура районы, Өмбәт ауылы.