

Яҙғы каникулда район үҙәгенә Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын һәм Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» исемле повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» тигән спектакль ҡарарға барҙыҡ.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистарының уйнауынан шул тиклем әҫәрләндек, әйтерһең дә, ҡарап ултырманыҡ, ә бергә шул әҫәрҙә йәшәнек. Был спектакль ата-әсәһеҙ ҡалған етемдәрҙең балалар йортонда үткән ҡыҙғаныс тормошо тураһында. Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, бирешмәҫкә, ә үҙеңдең хыялыңа тоғро ҡалып, тик алға ынтылырға өйрәтә ул.
Балалар йортона эләгергә яҙмаһын, атай-әсәйҙәребеҙ һау булһын, уларҙың ҡәҙерҙәрен беләйек, илебеҙ тыныс булһын, тигән теләктәр менән ҡайттыҡ ауылыбыҙға.
Юлиә МОРАТШИНА, VII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Ҡолғана мәктәбе.
Фото: https://burdram.ru/