+22 °С
Ясно
VKOKМакс

Лауреат һәм дипломант булдыҡ

Беҙҙең Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында талантлылар, һәләтлеләр белем ала. Йыш ҡына төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, улар еңеү артынан еңеү яулай. Башҡортостанда ғына түгел, Мәскәүҙә, Ҡазанда һәм күрше өлкәләрҙә, Ҡара диңгеҙ буйындағы «Артек»та ғорур әлмөхәмәтовсы исемен яңғыратып, үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайтабыҙ.

Лауреат һәм дипломант булдыҡЛауреат һәм дипломант булдыҡ
Лауреат һәм дипломант булдыҡ

Яңыраҡ Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында үткәрелгән тынлы һәм һуҡма ҡоралдарҙа баш­ҡарыусыларҙың «Урал фанфаралары» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Унда төрлө тарафтарҙан йәш музыканттар йыйылғайны. Ә беҙҙең гимназиянан 11 бәйгесе лайыҡлы сығыш яһап, лауреат һәм дипломант исемен яулап һөйөндө.
Мин үҙем саксофон менән бишенсе йыл шөғөлләнәм. Конкурс­та Нур Дауытовтың «Ҡурай» һәм Доменико Чимарозаның «Концерт» композицияларын башҡарып, III дәрәжә диплом менән бүләкләндем.
Яратҡан музыка ҡоралым менән артабанғы тормошомдо бәйләргә уйлайым. Саксофонда уйнау ныҡ оҡшай. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, яңынан-яңы үрҙәр яуларға хыялланам. Ошо гимназияла уҡыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Форсаттан файҙаланып, Магнитогорскиҙағы конкурста ҡатнашырға мөмкинлек биргән директорыбыҙ Ринат Риф улы Халиҡовҡа, алыҫ юлға алып сыҡҡан уҡытыусыларыбыҙ Әлфиә Флүр ҡыҙы Ғәлимоваға, Нурия Фәтих ҡыҙы Ғизәтуллинаға һәм Нияз Наил улы Вәлиәхмәтовҡа ҙур рәхмәт әйтке килә.

Линера САКИНА, IX «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас