+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Йәш инженерҙар форумы

Беҙҙең балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаларының йәш инженерҙары араһында «Яңы мөмкинлектәр донъяһы» район дистанцион форумы булып үтте. Унда 25 бала 12 ижади эш тәҡдим итте.

Йәш инженерҙар форумыЙәш инженерҙар форумы
Йәш инженерҙар форумы

Жюри рәйесе, муниципаль мәғариф идаралығының педагогик мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Венера Фәйез ҡыҙы Маннанова ижади проект эштәрен юғары баһаланы һәм кескәйҙәрҙең илебеҙ үҫешенә киләсәктә үҙ өлөштәрен индерәсәгенә ҙур өмөттәр бағланы.
Яуаплылығы сикләнгән «Башҡорт баҡыры» ойошмаһының кадрҙар бүлегенән Зилиә Рафаил ҡыҙы Мәмбәтова ла йылы һүҙҙәрен әйтеп, Бүребай ауылы «Ҡояшҡай», Аҡъяр ауылы «Йәйғор» һәм беҙҙең «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре командаларынан торған еңеүселәргә – грамоталар, сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр, ә педагогтарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ул шулай уҡ «Башҡорт баҡыры» ойошмаһы исеменән баҡсабыҙға ноутбук бүләк итеп, йәш инженерҙарға уңыштар теләне.

Әлфиә БАЙМЫРҘИНА,
өҫтәмә белем биреү педагогы,
«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас