

Тау биттәре ҡарҙан әрселеп бөттө. Тиҙҙән унда менеп, тәбиғәт матурлығын күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Тик урман эсендә урыны-урыны менән ҡар ҡатламы ята әле.
Ҡоштар сырҡылдашып күләүектә йыуынып уйнай. Көндәр оҙоная. Иртәнсәк мәктәпкә барыуы ла күңелле!
Яҙғы тәбиғәтте күҙәтергә яратам. Уның көндән-көн үҙгәреш кисереүе күңелгә дәрт һәм моң өҫтәй. Быйылғы яҙ миҙгеле һәммәбеҙгә лә һаулыҡ һәм именлек алып килһен!
Ғәлинур Науразбаев,
VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Фото: https://stihi.ru/pics/