+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Уға ҡарап һоҡланаһың

Һеҙҙе үҙемдең синыфташым, яҡын әхирәтем менән таныштырғым килә. Гүзәл ҒәбделхаҠова – Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы.

Уға ҡарап һоҡланаһыңУға ҡарап һоҡланаһың
Уға ҡарап һоҡланаһың

Беҙ уның менән балалар баҡсаһынан алып бергәбеҙ. Үҙенең моңло итеп йырлауы, шиғырҙар­ҙы тасуири һөйләүе менән баш­ҡаларҙан айырылып тора ул. Биш йыл музыка мәктәбендә уҡып, фортепьяно синыфын тамамланы. Уҡыуҙа ла һынатмай, тик «бишле»гә өлгәшә. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән бик күп конкурстарҙа, фәнни-тикшеренеү эштәрендә әүҙем ҡатнашып, еңеүҙәр , приз­лы урындар яулаған әхирәтемдең диплом, грамоталары һанап бөткөһөҙ. Уның Тыуған илгә, телгә, дуҫлыҡҡа, арҙаҡлы шәхестәргә бағышлап ижад иткән шиғырҙары ла бихисап. 2019 йылдан алып Илеш районы хакимиәте башлығы стипендиаты. Ике йыл рәттән Өфө дәүләт нефть техник университетының грантына лайыҡ булды.
Гүзәлдең эше генә түгел, эске донъяһы ла бик матур. Уға ҡарап һоҡланырлыҡ. Үҙе шундай киң күңелле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл.
Әхирәтем – ата-әсәһенә лә алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Йәй көндәрендә умарталыҡта атаһының уң ҡулы. 2020 йылда умартасылыҡ буйынса фәнни-эҙләнеү эше менән Бөтә Рәсәй кимәлендә балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсияһы үҙәгендә ZOOM системаһы аша сығыш яһап, дипломант булды.
Әсәһенә оҡшап, бешеренергә лә бик оҫта. Уның торттары, ҡамыр аштары телеңде йоторлоҡ була.
Әхирәтемдең уңыштарын күреп һөйөнәм. Киләсәк тормош юлында үҙ урынын табып, бәхетле булыуын теләйем.

Ләйлә Ялалова.
Илеш районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас