

— Беҙгә Сибайҙан «Сулпан» балалар театры артистары ҡунаҡҡа килде. Улар «Самрау батша бүләге» исемле музыкаль тамаша күрһәтте. Балалар халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосы буйынса әҙерләнгән спектаклдә Урал, Шүлгән, Һомай менән бергә Самрау батша илендә «булып», Ҡатил батша менән «көрәшеп», ҡара көстәрҙе юҡ итергә «өлгәште».
Тәбиғәтте, халҡыбыҙҙы яратырға, яуызлыҡты изгелек менән еңергә өйрәткән спектакль барыбыҙға ла оҡшаны. Сибай артистарына ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткереп, уңышлы ижад юлы теләйбеҙ.
Тағы ла килегеҙ, тип оҙатып ҡалдыҡ үҙҙәрен.