+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Һай, Ғафуриҙың ҡыҙҙары!

Ғафури районының Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһында балаларға белем, тәрбиә биреү менән бер рәттән сәнғәткә лә оло  һөйөү тәрбиәләйҙәр. 

Гимназияның VIII «Б» синыфы ҡыҙҙары:

— Бейеүсе бала һәр ваҡыт тормошто ярата, сәнғәткә үлеп ғашиҡ була, халҡыбыҙҙың йыр-моңон, тарихын өйрәнә, ғөрөф-ғәҙәтен, телен,
мәҙәниәтен ихтирам итә, күп уҡый, тәрбиәле һәм күҙәтеүсән дә була.
Бына беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ Регина Әхмәтшина, Алтынай Баймырҙина, Наҙгөл Зәйнуллина, Алтынай Ҡунафина, Миңгөл Садыҡова, Гөлфиә Салауатова, Ирина Хәсәнова, Камила Зәйнуллина  бейеү тормошонда ҡайнап йәшәй. Улар етәкселәре Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова менән бергә ихлас бейеү серҙәренә өйрәнә. Һәр сарала әүҙем ҡатнашып, конкурста һәр ваҡыт беренселекте яулайҙар. Етәксебеҙгә һәм ҡыҙҙарыбыҙға артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ, — тип яҙалар беҙгә.

Афарин, ҡыҙҙар! Уңыштар һеҙгә, алда тағы күп енеүҙәр яуларға яҙһын!

Фото: vk.com

Һай, Ғафуриның ҡыҙҙары!
Һай, Ғафуриның ҡыҙҙары!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас