+15 °С
Облачно
VKOKTelegram

Һай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары!

Мөғжизәле театр илен кем генә яратмай икән? Сәхнәлә ролдәр тыу­ҙырып уйнаумы, тамашасы залынан артистарҙың образға инеүҙәрен берсә көлөп, берсә уйланып күҙәтеү булһынмы – шул мәлдәрҙә бер аҙға икенсе донъя буйлап гиҙеп алаһың…

Һай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары!Һай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары!
Һай, ҡыҙҙары, ҡыҙҙары!

Ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда «Тәкәлтау» өлгөлө балалар театры 1994 йылдан эшләп килә. Унда беҙҙең мәктәп уҡыусылары ихлас йөрөй. Балалар­ҙы артист булырға, театр серҙәренә Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лена Фуат ҡыҙы Ултраҡова өйрәтә. Яңыраҡ улар Наил Ғәйетбаевтың «Батыр әтәс» әкиәтен сәхнәләштерҙе.
Ысын артистармы ни, ҡыҙҙар килештереп уйнаны! Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Әтәс – Азалиә Моталова, Үгеҙ – Нургизә Ласынова, Һарыҡ – Айлина Исҡужина, Бүре – Айзада Иштанова, Төлкө – Камила Ҡадаева, Айыу – Әлиә Моталова ролдәрҙе оҫта башҡарҙы. Кос­тюмдар ҙа, декорация ла ентекле, еренә еткереп, уйланып эшләнгән ине.
Бының өсөн Лена Фуат ҡыҙына рәхмәт әйтке килә. Сөнки балаларҙы театр эшенә йәлеп итеү, берҙән, уларҙың һөйләү телмәрен үҫтерә, икенсенән, һәләттәрен аса, ҡыйыулыҡ, сәнғәткә, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләй.

Гөлдәр АРЫҪЛАНОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Хәйбулла районы, Йәнтеш мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас