+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Гимназия тауышы"нда диктормын

Мин бишенселә уҡыйым. Синыфыбыҙ ҙур ғына: 27 уҡыусы. Алдынғылар сафындабыҙ. Эштә лә, уҡыуҙа ла һынат­ҡаныбыҙ юҡ. Төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ, спортты яратабыҙ. Күптәребеҙ сән­ғәт мәктәбендә шөғөлләнә.

"Гимназия тауышы"нда диктормын"Гимназия тауышы"нда диктормын
"Гимназия тауышы"нда диктормын

Мәктәптә, районда, республикала уҙған конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Мин үҙем башҡорт теленән, математиканан үткән бәйгеләрҙә көсөмдө һынап ҡараным. Ә «Минең тыуған төбәгем» исемле шиғыр һөйләүселәрҙең республика ярышында призлы урын яуланым. Гагарин кубогына информатика, математика олимпиадаһының район этабында уңышҡа ирешеп, республика кимәленә үттем.
Шулай ҙа миңә иң оҡшағаны – үҙебеҙҙең гимназия телевидениеһында эшләү. Беҙ синыфташым Радмил Ғөбәйҙуллин менән диктор вазифаһын башҡарабыҙ. «Гимназия тауышы»н директорыбыҙ Фәйрүзә Азамат ҡыҙы Ибраһимова ойоштороп ебәрҙе. Тапшырыуҙар уҡыу йылы башынан – сентябрҙән эфирға сыға башланы. Уларҙы беҙ, уҡыу­сылар, әҙерләйбеҙ. Етәкселәребеҙ ҙә бар, Зәйтүнә Миңлеғәли ҡыҙы Камардина менән Зилә Мәхмүт ҡыҙы Псәнчина ярҙамында мәктәп яңылыҡтарын еткерәбеҙ, төрлө байрамдарҙан, кисәләрҙән репортаждар эшләйбеҙ. Беҙҙең тапшырыуҙы көтөп алалар.
Ә мин, хәбәрсе лә, диктор ҙа булараҡ, күп нәмәгә өйрәнәм. Рәхмәт, «Гимназия та­уышы»!

Фәриҙә СӘЛИХОВА,
V «Г» синыфы уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас