+21 °С
Дождь
VKOKTelegram

Милана ла эшкә өйрәнеп үҫә

Май айында  оҙон ял көндәре иғлан ителгәс, халыҡтың күбеһе баҡсаларына ашыҡты. Үҙең сәсеп үҫтергән йәшелсә-емеш файҙалы һәм тәмле бит инде. Бына Өфөләге 119-сы мәктәп уҡыусыһы  Милана Хәбибуллина ла ата-әсәһе һәм ҡустыһы Тамерлан менән баҡсала ял итә. Ҡалай маладистар!

Милана ла эшкә өйрәнеп үҫәМилана ла эшкә өйрәнеп үҫә
Милана ла эшкә өйрәнеп үҫә

Әлбиттә, ололар менән бер рәттән балаларҙың да эшкә өйрәнеп үҫеүе бик шатлыҡлы күренеш. "Беҙ балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән үк үҙебеҙ менән бергә эшләтеп үҫтерәбеҙ", – ти ҡыҙҙың әсәһе  Лариса  Йәмил ҡыҙы.

"Ә көҙөн, емеш йыйған ваҡытта, балаларҙың шатланыуын күреү – үҙе бер кинәнес", – тип һүҙгә ҡушыла аталары Тимур Фәнзил улы.

Бына шулай Хәбибуллиналар бергәләп күңелле ял да итә, эш тә башҡара.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас