+17 °С
Дождь
VKOKTelegram

Беҙ төрлө, әммә беҙ бергә!

Эссе

Йәйге матур аҡлан. Унда күҙ­ҙең яуын алып торған сағыу сәскәләр үҫә. Мин иң матурҙарын ғына йыйып, сағыу гөлләмә яһаным да әсәйемә бүләк иттем. Ул шатланып, сәскәләргә һоҡланып ҡараны ла: «Ҡыуандыр­ҙың, балам, рәхмәт! Сәскәләр­ҙең ниндәйҙәре генә юҡ!? Бөтә­һе лә шундай матурҙар!» – тине, уларҙан күҙен дә ала алмайынса. Ҡәҙерле кешемдең был һүҙҙәренән һуң сәскәләрҙе ентекләп ҡарап, бер-береһе менән сағыштыра башланым. Ысынлап та, һәр береһе төрлө төҫтә, ҙурлыҡ­та, оҙонлоҡта һәм биҙәктә. Шул матурҡайҙар бергә йыйыл­ғас, иҫ киткес гөлләмә булып, һоҡланғыс гүзәллек барлыҡҡа килтерәләр.
Башҡортостаныбыҙҙы ла са­ғыу сәскәләрҙән яһал­ған күркәм гөлләмәгә тиңләйем мин. Унда йәшәгән кешеләр ҙә төрлө-төрлө. Һәр кем үҙенсә матур, үҙенсә талантлы. Һәр береһенең үҙ теле, йолалары һәм шөғөлө бар. Улар бөтәһе лә республикабыҙҙы данлап, еребеҙҙе һаҡлап, матур итеп йәшәй белә. Шуға Башҡортостаныбыҙ Рәсәйҙә өлгөлө республика һанала. Эйе, ул йөҙҙән ашыу милләт хал­ҡын үҙ ҡуйынына һыйындырған. Улар үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәгәс, Баш­ҡортостаны­быҙ сәскә ата. Уның сәскәләре лә үҙенсәлекле, сағыу һәм матур! Шулай булмай ни, һәр милләт Хөкүмәтебеҙ тарафынан яҡланған: һәр кем үҙенең тарихын, йолаларын, ту­ған телен өйрәнеү хоҡуғына эйә. Туған телдәрҙе үҫтереү, һаҡлау буйынса Баш­ҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҙур хәстәрлек күрә һәм бының өсөн бөтә шарттар тыу­ҙыра.
Уйлап ҡараһаң, мин йәшәгән район да, кескәй генә булһа ла, матур, са­ғыу бер гөлләмә һымаҡ! Саҡмағош районында барлығы ун өс милләт хал­ҡы йәшәй. Уларҙың һәр береһе үҙенсә үҫешә, бер-береһен ихтирам итә һәм милли йолаларҙы һаҡлап ҡалырға тырыша. Беҙҙәге ҙур Йомаш ауылы төрлө милләт хал­ҡын берләштереп, районыбыҙҙың милли үҙәген тәшкил итә. Улар төрлө мәҙәни сараларҙа балҡып торған милли кос­тюмдарҙа сығыш яһай. Кү­ңелле итеп туған телдәрендә йырлай­ҙар, онотолоп барған боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе сәхнәләштерәләр. «Милли кейемдәр», «Милли аш-һыу» һәм баш­ҡа бик күп байрамдарҙы бергә үткәрәләр, бер-береһенә ҙур ихтирам менән ҡарайҙар. Бына шундай дәртле, шаян, үткер, уңған, сәмле, тырыш һәм бер­ҙәм халыҡтар бергә йәшәгәндә милләттәр гөлләмәһе төрлө са­ғыу төҫтәрҙә көслөрәк балҡый инде.
Һәр милләт үҙ тарихын белһә, ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнеп йәшәһә, ул Ер йөҙөндә халыҡ булып йәшәйәсәк, тип уйлайым. Беҙгә, балаларға, ата-әсәләребеҙ үҙ телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы өйрәтһә, милли рухлы берҙәм киләсәк үҫәсәк. Шул саҡта Баш­ҡорт­останыбыҙҙың ышаныслы киләсәге булырбыҙ, һәр ваҡыт ҡул­ға ҡул тотоношоп, бергә дуҫ һәм татыу йәшәрбеҙ.
Хөрмәтле дуҫтар! Үҙебеҙҙең берҙәмлегебеҙҙе, ҡунаҡсыллы­ғыбыҙҙы, киң күңеллелегебеҙҙе, ярҙамсыллығыбыҙҙы күрһәтәйек! Һәр ваҡыт бергә булайыҡ! Беҙ төрлө, әммә беҙ бергә!

Ирек ДӘҮЛӘТОВ, IX «А» синыфы уҡыусыһы.
Саҡмағош районы, Саҡмағоштағы 1-се мәктәп.

Фото: addnrb.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас