+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Бибинур инәй менән осрашыу

Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбенең VII синыф уҡыусылары Еңеү байрамы алдынан ауыл ағинәйе Бибинур инәйҙе байрам менән ҡотларға һәм хәл белергә барған.

Бибинур инәй менән осрашыуБибинур инәй менән осрашыу
Бибинур инәй менән осрашыу

 Инәй 23 майҙа үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй икән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гөрләтеп донъя көтә. Килгән балаларға инәй үҙе ижад иткән шиғырҙарын, мөнәжәттәрен һөйләгән һәм тормош хәтирәләре менән бүлешкән. Осрашыу барыһына ла ныҡ оҡшаған.

Уҡыусылар:”Ата-олатайҙар, батырҙар иҫтәлегенә тап төшөрмәй яҡшы уҡырға, герой Миңлеғәле Шайморатов һымаҡ батыр булырға, Тыуған илде яратырға һәм  тырыш булырға һүҙ бирәбеҙ”, – тип, инәйгә ныҡлы һаулыҡ теләп ҡайтҡан.

Афарин, етенселәр!

 Фото: vk.com

Бибинур инәй менән осрашыу
Бибинур инәй менән осрашыу
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас