+27 °С
Облачно
VKOKTelegram

Уҡытыусыбыҙ беҙҙе алға әйҙәй

Һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ә минеке – Таңсулпан Әмир ҡыҙы Мусина.

Уҡытыусыбыҙ беҙҙе алға әйҙәйУҡытыусыбыҙ беҙҙе алға әйҙәй
Уҡытыусыбыҙ беҙҙе алға әйҙәй

Уның етәкселегендә мәктәп уҡыусылары район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа яҡшы сығыш яһап, призлы урындар яулай. Таңсулпан Әмир ҡыҙының уңыш­ҡа ирешкән уҡыусылары араһында, мәҫәлән, XI синыфтан Юлдаш Мусин республика кимәлендәге Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуының 190 йыллығына арналған «Аҡмуллаға эйәреп...» әҙәби конкурсында «Шиғыр» номинацияһында лауреат булды. Әйткәндәй, былтыр ул «Тамыр» телеканалының «Бирешмә! Ижад ит!» премияһын да алған ине. Тағы ла шул синыфтан Ләйсән Баязитова Фән һәм технология йылына арналған Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында призлы урын яуланы. Артём Иванов (X синыф) башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала 2020/21 уҡыу йылында уңыш­ҡа ирешһә, Руфина Иванова (VIII синыф) шул уҡ бәйгенең муниципаль этабы еңеүсеһе булды. Ә мин үҙем быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призлы урын алып һөйөндөм.
Тағы ла Таңсулпан Әмир ҡыҙы етәкселегендә Ләйсән Баязитова менән Рифат Халиҡов «Беренсе республика» конкурсында проект эшен яҡлап, «Яҡшы хәбәрҙәр» телевизион тапшырыуы буйынса II урынға сыҡһа, мәктәптең «Школа.ru» баҫма гәзите III урын яуланы.
Таңсулпан Әмир ҡыҙы әйтмешләй: «Уңыш – ул тырышлыҡ, яуаплылыҡ һәм еңеүгә ынтылыш». Беҙ уҡытыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул беҙгә, йәш быуынға, өлгө булып тора. Киләсәктә лә уҡытыусыбыҙға яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ. Гел уҡыусылары өсөн ҡыуанып, ғорурланып йәшәргә яҙһын.


Байрас ЯҪЫБАЕВ, XI синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Темәс мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас