+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Сәләмәт тәндә — юғары рух!

Бөрйән районының Ҡыпсаҡ ауылында мәртәбәле сара үтте. Ул милли яндан уҡ атыу турниры «Ҡыпсаҡ уҡсыһы» тип аталғайны.  Был сарала Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондары мәргәндәре ҡатнашты.

50-нән ашыу уҡсы йыйылды (шул иҫәптән 19 бала). Ғәҙәттәгесә, ярыш ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һәр бер ҡатнашыусы үҙенең мәргәнлеген иҫбатларға тырышты. «Тиҙ атыш», «Һыбайлы», «Тере һыу», «Йәйләү атышы», «Төрөк путаһы» (дистанцияһы — 60, 70 метр), «Мәргән» тип аталған этаптар булды. Ҡыҫҡаһы, бик күңелле һәм сәмле ярыш ойошторолдо.

Ошо  уҡсылар бәйгеһендә Баймаҡ районының  Ниғәмәт уҡсылары яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, ҡыуанышып ҡайтты. Өлкән мәргәндәр араһында Ғәфүр Рахманғолов  IV урын яулаһа, үҫмерҙәр араһында Әхиәр Мәжитов — III урын, ә үҫмер ҡыҙҙар араһында Ынйыгөл Мәжитова V урын алды. Мәргәнлеккә уҡ атып, йәғни сәптең уртаһына тигеҙеүҙә Әхиәр Мәжитов менән Гөлгөнә Ҡолһарина махсус призға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Алдағы ярыштарҙа ла ауылдаштарыма тағы ла бейегерәк үрҙәр яуларға насип итһен.

Гөлсирә СӘХИЕВА.

Фото:web.whatsapp.com

Сәләмәт тәндә – юғары рух!
Сәләмәт тәндә – юғары рух!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас