+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Китапханаға сәйәхәт

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VIII "А" синыфы уҡыусылары тәрбиәселәре һәм синыф етәксеһе менән Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли  китапханаһында булып ҡайтты.

Китапханаға сәйәхәтКитапханаға сәйәхәт
Китапханаға сәйәхәт

Уҡыусылар өсөн уҡыу залы бүлеге китапханасылары тарафынан “Иҫтәлектәрҙе беҙгә китап терелтә” тигән темаға бай йөкмәткеле лекция әҙерләнгәйне. Рима Хәким ҡыҙы һуғыш, фронтта ҡатнашҡан яҙыусы-шағирҙар тураһында һөйләне, В.Некрасов, К.Воробьәв, В.Астафьев, Ю.Бондарев, Б.Васильев, Б.Полевой, М.Шолохов, А.Фадеев, К.Симонов кеүек урыҫ классиктарының һуғыш тураһында яҙылған әҫәрҙәре менән таныштырҙы.

Һуғыш ғазаптарын үҙ күҙҙәре менән күреп, яу яланын үткән яҙыусы–шағирҙарҙың әҫәрҙәре менән танышыу балаларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Бигерәк тә Б.Полевойҙың "Ысын кеше" тураһында повесындағы Алексей Мересьевтың яраланғас, шыуышып күп саҡрымдар үтеп, үҙендә йәшәргә көс табып, артабан да фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышыуын балалар йотлоғоп тыңланы.

Ә "лейтенант" һәм "окоп" прозаһының әҙәбиәттә айырым ҙур урын алып тороуын, яҙыусы, шағир–фронтовиктарҙың әҫәрҙәренең үҫеп килеүсе йәш быуынға әһәмиәтенең баһалап бөткөһөҙ икәнен өлкән китапханасы Фирҙәүес Фәсхетдин ҡыҙы Таңғатарова матур итеп аңлатып үтте.

Аҙаҡтан "1941. Берлин өҫтөндәге ҡанаттар" фильмын күрһәттеләр. 

Уҡыусыларға сара бик оҡшаны. Китапханасыларға фәһемле осрашыуға саҡырғандары өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм артабанғы эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ. Пушкин картаһы менән ошолай саралар ойошторолоуы оло хуплауға лайыҡ.

Фәннүрә БӘХТИГӘРӘЕВА, VIII "А" синыфы тәрбиәсеһе.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Китапханаға сәйәхәт
Китапханаға сәйәхәт
Китапханаға сәйәхәт
Китапханаға сәйәхәт
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас