+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Фотоһүрәтем өйҙө биҙәй

Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Әмирә Шәрәфетдинова беҙгә бына нимә яҙып ебәргән:

«Күптән түгел беҙ йәшәгән урында, ҡаланың көньяҡ биҫтәһендә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемендәге парк асылды. Был тантанала һеңлем Амалиә сәхнәлә йырлағайны. Унан бигерәк үҙем өсөн мөһимерәк булған иҫтәлекле мәл тураһында һөйләгем килә. Һеңлемдең сығышын көтә торғас, арып бөттөк. Атайым Азалиә һеңлем менән туңдырма алырға киткәйне. Ә мин тирә-яҡты күҙәтә башланым. Йыраҡта түгел республика Башлығы Радий Хәбиров бик күп кешеләр менән ағас ултырта ине. Мин күп уйлап торманым, улар янына киттем дә барҙым, әсәй күрмәй ҙә ҡалды. Барып еткәс, Радий Фәрит улына: «Һеҙҙең менән фотоға төшөргә мөмкинме?» — тип һораным. Ул йылмайҙы ла ихлас риза булды. Шул арала әсәйем дә йүгереп килеп, беҙҙең менән фотоға төшөп өлгөрҙө.

Бына шулай был вағиға төш кеүек булды. Был көн  иҫтәлек булып, күңелемдә оҙаҡ һаҡланыр. Әле ошо фотоһүрәтте атайым рамаға ҡуйып, өйөбөҙҙөң иң түренә элеп ҡуйҙы. Миңә бүлмәбеҙ яҡтырып киткән кеүек тойолдо».

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас