+20 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ғорурланабыҙ!

Салауат районы Янғантау  мәктәбенең VII «А» синыфы уҡыусыһы Дарина Ниғәмәтова беҙгә бына нимәләр яҙа:

«Беҙҙә лә  линейка Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимны аҫтында флаг күтәреүҙән башланғайны уҡыуҙың һуңғы көндәрендә. Был маҡтаулы хоҡуҡҡа уҡыу алдынғыһы, районда бик күп предметтарҙан олимпиада еңеүсеһе, физика буйынса Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән республика олимпиадаһының  призеры, VII «А» синыфы уҡыусыһы  Розалиә Хәбибуллина менән бик күп спорт ярыштары еңеүсеһе, республика буйынса футбол, лапта, теннис буйынса финалист, X синыф уҡыусыһы Гөлнур  Нафикова лайыҡ булды.

Беҙ улар менән ғорурланабыҙ!»

Афарин, салауаттар! Гел шулай әүҙем булығыҙ!

Ғорурланабыҙ!
Ғорурланабыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас