+29 °С
Облачно
VKOKTelegram

Аҡморондар йәйге каникулға сыҡты

Ниһайәт, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн мәктәптә уҡыу тамамланды. Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең I – IV cиныф балалары ла тәбиғәт ҡосағына турслёт-сәйәхәткә сығып, ял итеп ҡайтты.

Аҡморондар йәйге каникулға сыҡтыАҡморондар йәйге каникулға сыҡты
Аҡморондар йәйге каникулға сыҡты

 – Быйыл шөкөр, ямғырҙар яуып торғас, бар тирә-яҡ йәм-йәшел. Тау башынан ҡарап торһаң, бигерәк һоҡланғыс күренеш. Уҡыусыларым тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп уйнап, үҙ-ара тағы ла нығыраҡ дуҫлашып, татыу ғына йөрөп ҡайтты. Үҙҙәренә  был сәйәхәт бик оҡшаны. Шатланышып өйҙәренә таралышты, – ти III синыф етәксеһе Фәйрүзә Хөрмәт ҡыҙы Азаматова.

Маладистар, аҡморондар! Ҡалай матур сара ойошторғанһығыҙ, һеҙгә артабан да каникул көндәрендә күңелле һәм файҙалы ял теләйбеҙ. Киләһе уҡыу йылына көс йыйып, матур тәьҫораттар менән осрашырға яҙһын.

 

Аҡморондар йәйге каникулға сыҡты
Аҡморондар йәйге каникулға сыҡты
Аҡморондар йәйге каникулға сыҡты
Аҡморондар йәйге каникулға сыҡты
Аҡморондар йәйге каникулға сыҡты
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас