+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Афарин, «Дарман»дар!

Өфө районы Шамонин ауылында 10 йыл дауамында эшләп килгән «Дарман» бейеү ансамбленең юбилей концертына барып, күңелдәргә ял алып ҡайттыҡ.

Афарин, «Дарман»дар! Теттерҙеләр генә! Артабан да ҙур сәхнәләргә сығып, уңыштарығыҙ менән ҡыуандырырға яҙһын! Шамонин ауылының бөтә балаларын үҙенә һыйҙырған был ансамблдә бигерәк тә туғаным, апайымдың улы Урал Харисовты күреү беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн ҙур ҡыуаныс! Уға артабан да  дәртләнеп бейергә лә бейергә яҙһын!
«Дарман» бейеү ансамбленә нигеҙ һалып, балаларыбыҙға халыҡ хазинаһы булған, бейеү хәрәкәттәре аша һуғарылған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтә белергә өйрәтеүсе Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндарға: «Афарин!» — тип әйтергә генә ҡала!

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас