+15 °С
Облачно
VKOKМакс

Миәкәләр ҙә һабантуй уҙғарҙы

Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе уҡыусыларының да Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған һабантуйы гөрләп үткән.  Беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Әхмәт ҡыҙы Әсфәндиәрова яҙа:

«Бөгөнгө матур байрам үткән көндө ҡояш та нурҙарын йәлләмәне, бар йылыһын унда йыйылған балаларға өләште. Матур сара мәктәптә икенсе йыл рәттән үткәрелә. Балалар өсөн Һабантуй — уҡыу йылын уңышлы тамамлау, йәйгә яҡ баҫыу билдәһе. Шуға ла был көндө барыһы ла түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Һигеҙенселәр, байрам өсөн яуаплы синыф булараҡ, ентекләп әҙерләнгән ине. Алдағы көндө һәр синыфтан улар һебә йыйҙылар (Һебә йыйыу — синыфтан синыфҡа йөрөп, һабантуйға бүләк йыйыу.) Уны йыйыусыларға таҫтамал, яулыҡ, һабын, кәнфиттәр бирҙеләр. Төрлө ярыштар, мауыҡтырғыс уйындар ойошторолдо. Тоҡ кейеп йүгереү, йомортҡа һалынған ҡалаҡты ҡабып йүгереү, ат сабыштырыу, күҙҙәрҙе бәйләп сүлмәк ватыу, арҡан тартышыу  уйындарында балалар ҙа, ололар ҙа бик теләп ҡатнашты һәм бүләк алып ҡыуанды. Һабантуйҙа ҡатнашҡан бер кем дә призһыҙ ҡалмағандыр, моғайын. Айырым рәхмәт һүҙен, ауыл китапханасыһы Дилә Сәмирхан ҡыҙына әйтке килә. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындары, тәмле приздары менән байрам тағы ла йәмлерәк булды. Күңелле һәм дәртле йыр-моң, музыка аҫтында балалар өсөн ойошторолған һабантуй гөрләп-шаулап уҙып та китте. Байрамдан һәр кем дәрт алып, шатланып таралышты».

Ҡалай маладистар миәкәләр!

Миәкәләр ҙә һабантуй уҙғарҙы
Миәкәләр ҙә һабантуй уҙғарҙы
Миәкәләр ҙә һабантуй уҙғарҙы
Миәкәләр ҙә һабантуй уҙғарҙы
Миәкәләр ҙә һабантуй уҙғарҙы
Миәкәләр ҙә һабантуй уҙғарҙы
Миәкәләр ҙә һабантуй уҙғарҙы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас