

«Белем усағыбыҙҙа 1 июнь — Халыҡ –ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап тәбиғәт ҡосағында балалар һабантуйы гөрләп үтте. Был сарала I–IX синыф уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Унда милли көрәш, күҙ бәйләп, көршәк ватыу, тоҡ менән йүгереү, йомортҡа һалынған ҡалаҡты ҡабып ярышыу уйындары уҙғарылды. Был бәйгеләр концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ихлас ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләк алып ҡыуанды. Байрам уҡыусыларға бик ныҡ оҡшаны».
Байрам менән, туймазылар!