+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дилиәгә ҡарап һоҡланабыҙ

Синыфташым Дилиә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Беҙҙең синыфтың уҡыу алдын­ғыһы ул. Бик тырыша, дәрестәр­ҙә лә гел әүҙемлек күрһәтә. Күпте белә шул.

Дилиәгә ҡарап һоҡланабыҙ
Дилиәгә ҡарап һоҡланабыҙ

Синыфташым өйгә эштәрен дә гел әҙерләп йөрөй. Бер ҙә насар билдә алғаны юҡ. Иғтибарын да ситкә бүлмәй, уҡытыусыны тыңлап ҡына ултыра. Яҙма эштәрҙе хатаһыҙ ғына үтәй. Ваҡытҡа ла бик күп һүҙ уҡый. Дистанцион уҡыу мәлендә лә ҡушылған эштәрҙе еренә еткереп үтәп барҙы.
Спортҡа ла шәп үҙе. Физкультура дәресендә йүгергәндә финишҡа иң беренсе булып килә. Футбол, волейбол, баскетболды ла оҫта уйнай.
Синыфташым йәйге каникулды яҡшы кәйеф менән ҡаршылай.

Әлфинә МОСТАФИНА, VI синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: