-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Кәкүк сәйе»нә йыйылғандар

1июнь — Халыҡ-ара балаларҙы һаҡлау көнөн Бишбүләк районы Ҡаныҡай мәктәбенең I — IX синыф уҡыусылары ла матур итеп үткәргән. Улар тәбиғәт ҡосағына сығып, саф һауала ял иткән.

— Уҡыусылар ағинәйҙәр менән берлектә «Кәкүк сәйе”нә сығып, үҙҙәренә бик күп мәғлүмәт тупланы. Тәүҙә ағинәйҙәр башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләне. Артабан тәбиғәт һәм кеше темаһына айырым туҡталып: «Кеше менән тәбиғәт араһында ниндәй дуҫлыҡ була ала?» тигән һорауға бергәләп яуап эҙләнеләр. Балалар халҡыбыҙҙың тәбиғәт менән бәйле йолалары һәм һәр миҙгелдең үҙ байрамдары булыуы тураһында күп мәғлүмәт алды. «Кәкүк сәйе» нисек уҙғарылғанын белделәр. Сөнки ағинәйҙәр йоланы сәхнәләштереп күрһәтеп, теләк-алғыштар әйтте. Уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы, йыр-бейеүҙә, милли уйындарҙа бик теләп ҡатнашты. Башланғыс синыф уҡыусылары «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ» уйындарын бик яратып уйнаны. Башҡалар ҙа төрлө ярыштарҙа  бик әүҙем булды. Еңеүселәр  бүләктәр алып ҡыуанды. Байрамға сыҡҡан бар балалар рәхәтләнеп ял итеп, шатланышып ҡайтты.

Артабан да ошондай күңелле саралар үтеп торһон. Илгә — именлек, тыныслыҡ, муллыҡ, барыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, Хоҙай! — ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова.

“Кәкүк сәйе”нә йыйылғандар
“Кәкүк сәйе”нә йыйылғандар
“Кәкүк сәйе”нә йыйылғандар
“Кәкүк сәйе”нә йыйылғандар
“Кәкүк сәйе”нә йыйылғандар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: