+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һәр сығарылыш - үҙе бер тарих

Баймаҡ ҡалаһындағы 5-се мәктәптең IV "А" синыфында сығарылыш кисәһе үтте. 

Һәр сығарылыш - үҙе бер тарих
Һәр сығарылыш - үҙе бер тарих

Шул тиклем һәләтле, әүҙем, тырыш уҡыусылар йыйылған был синыфҡа. Улар менән эшләүе  үҙе бер кинәнес булды. Уҡыуҙа ла һынатманылар, төрлө район-республика кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнаштылар. Өс уҡыусым республика буйынса призёр булһа, етәүһе район конкурстарында еңеүҙәр яулап ҡыуандырҙы.

Уҡыусыларымдың берҙәм, дуҫ, татыу, уңған булыуында ата-әсәләрҙең роле лә баһалап бөткөһөҙ. Күмәкләшеп барлыҡ һынауҙарҙы ла үтеп сыға алдыҡ.

Дүрт йыл буйына белем усағыбыҙҙа ғына түгел, минең күңелемдә лә үҙ тарихын яҙған ҡошсоҡтарыма яҡты киләсәк насип булһын! Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм малайҙар!

Динә ҒАФАРОВА-МЫРҘАҒӘЛИНА.

Һәр сығарылыш - үҙе бер тарих
Һәр сығарылыш - үҙе бер тарих
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: