+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каникулды - яҡшы кәйеф менән!

Бына уҡыу йылы ла тамамланды. Беҙ хәҙер бишенсегә күсәбеҙ. Башланғыс мәктәп менән хушлашыуы моңһоу булһа ла, тиҙерәк ҙур үҫке килә.

Каникулды - яҡшы кәйеф менән!
Каникулды - яҡшы кәйеф менән!

Башланғыс синыфта уҡығанда бик әүҙем булдыҡ беҙ. Синыфташтарым араһында оҫта шиғыр һөйләүселәр ҙә, ҡурайҙа уйнаусылар ҙа, йырларға яратыусылар ҙа, спорт һөйөүселәр, оҫта итеп һүрәт төшөрөүселәр ҙә күп. Яңыраҡ ҡурайсы малайҙарыбыҙ Искәндәр Мөхәмәтшин менән Инсаф Шөғөров үҙҙәренең өлгөлө «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле менән Октябрьский ҡалаһына Ҡурай байрамына барып, икенсе урын алып ҡайтты. Синыфыбыҙҙан 5 алдынғы уҡыусыға республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеп, призлы урын алғандары өсөн «Һәләтле балалар» слётында ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Талбазылағы мәҙәниәт йорто гөр килеп торҙо. Районыбыҙҙа һәләтле балалар бик күп булып сыҡты. Уларҙы район хакимиәте башлығы Арыҫлан Нәзир улы Шәһәретдинов ҡотланы, ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға махсус сертификаттар тапшыр­ҙы. Район мәғариф бүлеге начальнигы Рөстәм Әнүәр улы Ғиләжетдинов иң-иңдәргә артабан да һынатмай, тырышып уҡырға, яңы еңеү­ҙәр яулауҙарын теләне. Килгән ҡунаҡтар уҡыу, төрлө спорт, конкурс еңеүселәрен ҡотланы, бүләкләне. Был тантанаға гимназиябыҙҙан республика олимпиадаһында, төрлө бәйгеләр­ҙә һынатмаған, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урын алыусылар, милли көрәш, каратэ буйынса республика чемпиондары, Рәсәй призёрҙары, йыр-моң лауреаттары саҡырыл­ғайны.
Синыфташтарымдан оҫта һүрәт төшөрөүсе Әҡсән Байков, бик күп конкурстарҙа еңеүсе, призёр бул­ған тырыш ҡыҙыбыҙ Снежана Брагина, фәнни-ғәмәли конферен­ция­ла I синыфтан бирле беренсе­лекте яулаусы Ислам Әлмөхәмәтов, бар ергә лә өлгөр Карина Ғизәтуллина һәм төрлө ярыштарҙа һәм конференцияларҙа призлы урын алғаным өсөн мин дә ҡатнаштым.
«Йондоҙҙар Олимпы» бик матур үтте. Районыбыҙҙың өлгөлө «Шатлыҡ» бейеүселәре өҙҙөрә баҫып бе­йене, музыка мәктәбе таланттары, спорт мәктәбе гимнастары, район мәҙәниәт йортонда шөғөлләнгән йырсы балалар сағыу сығыштар әҙерләп, байрамды йәнләндерҙе.
Йыл аҙағында ошондай йомғаҡ яһау бик кәрәк, тип уйлайым мин. Йәйге каникулды яҡшы кәйеф менән ҡаршыланыҡ. Йәй буйына дуҫтарым көс йыйып, яңы уҡыу йылына дәртләнеп килһендәр. Барыһына ла күңелле һәм файҙалы ял теләйем.

Әлиә ҒӘЛИЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: