+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Был лицейҙа уҡыуым менән ғорурланам

Республика инженер интернат-лицейы – ҡыуаныстар һәм тәьҫораттар менән тулы үҙе бер донъя ул. Төплө белем алырға һәм яңы шөғөлдәргә өйрәнергә теләгән уҡыусылар берләшкән урын.

Был лицейҙа уҡыуым менән ғорурланам
Был лицейҙа уҡыуым менән ғорурланам

Үҙем уҡыған IX «Б» синыфын бик яратам, иң яҡшы коллектив, тип иҫәпләйем. Беҙҙә татыу һәм ярҙамсыл егеттәр уҡый. Уларҙың һәр береһенең үҙ шөғөлө бар, һәр ҡайһыһы – үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы уҡыу­сы. Күп ваҡытыбыҙҙы бергә үткәрәбеҙ. Уҡыуҙарҙан һуң төрлө экскурсияларға йөрөйбөҙ, уйындар уйнайбыҙ. Ә дәрестәрҙе күмәкләп әҙерләйбеҙ, сәй артында әңгәмәләр ҡорабыҙ. Синыф етәксебеҙ Асия Шәрифйән ҡыҙы Әхмәтова һәм тәрбиәсебеҙ Зөлфиә Илфат ҡыҙы Ниғмәтуллина һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәре менән уртаҡлашырға әҙер.
Башҡортостандың төрлө тарафтарынан 23 егет бергә йыйылғанбыҙ. Был уҡыу йылын һигеҙ уҡыусы «бишле»гә генә тамамланы: Камил Дәминев, Роберт Мәҡсүтов, Таһир Мәсәлимов, Артём Минғәзов, Азат Низаметдинов, Артур Нуретдинов, Рауил Хөснөтдинов, Радомир Шәмсетдинов. Улар – лицейҙың ғорурлығы. Яңауылдан Александр Зиновьев менән Туймазынан Артём Минғәзов – Баш­ҡортостан Башлығы стипендиаттары. Александр – химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призёры. Ә Артём, шулай уҡ Бәләбәй районы Приют ҡасабаһынан Радомир, Өфөнән Артур республика этабында информатика, математика, физика буйынса приз­лы урын яуланы. Олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашыусылар күп беҙҙә. Өфө егеттәре Карам Сөләймәнов, Азат Низаметдинов, Рауил Хөснөтдинов, Дәүләкәндән Максим Лапшин – информатика буйынса республика олимпиадаһында, Сибайҙан Ғайса Ишйәров – географиянан, Учалынан Данил Моталлапов, баш ҡаланан Алмас Фёдоров – химиянан, Йылайыр районынан Ильяс Асаинов менән мин баш­ҡорт те­ле һәм әҙәбиәтенән республика кимәлендә уңышҡа ирештек.
Төрлө яҡлап һәләтлеләр йыйылған синыфыма. Мәҫәлән, Роберт Мәҡсүтов – спорт бейеүе буйынса Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, йөҙөүҙән Башҡорт­остан чемпионаты призёры. Дәүләкән егете Ильяс Ғосманов – шәп КВН-сы. Арсений Калачёв гитарала оҫта уйнай.
Бына шулай беҙҙең лицейҙа яҡшы уҡырға ла, һәләттәреңде үҫтерергә лә шарттар етерлек, теләгең генә булһын.

Салауат УРАҠОВ.
Өфө ҡалаһы, республика инженер интернат-лицейы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: