+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Диана Мортазинаға – аҡсалата премия!

Пионерҙар көнөн тантаналы шарттарҙа билдәләү Салауат мәктәбендә матур бер йолаға әүерелгән. Бишенсе синыфта уҡыусыларҙы алтынсылар пионер сафына ҡабул иткәндән һуң улар бөтә мәктәп алдында тантаналы вәғәҙә бирҙе.

Диана Мортазинаға  – аҡсалата премия!
Диана Мортазинаға – аҡсалата премия!

Синыфтан тыш эштәр­ҙе ойоштороусы Эльвира Рәфҡәт ҡыҙы Таһирова бишенселәрҙе пионер ойошмаһына ҡабул ителеүҙәре менән ҡайнар ҡотланы. Ул илебеҙҙә алдынғылыҡты бирмәгән скаутсылар хәрәкәте тураһында һөйләп, Ленин исемендәге пионер ойошмаһы­ның эше менән дә таныштырып үтте. Ә аҙаҡ быйыл һигеҙенсе синыфты тамамлаған уҡыу алдынғыһы Диа­на Мортазинаға 1983 йылдан алып 1987 йылға тиклем Салауат мәктәбендә «Йәш әҙәбиәтсе» түңәрәген ойоштороп, балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән журналист Мөнирә Кашапова исемендәге аҡсалата премия, Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Бындай бүләк йыл һайын бер уҡыусыға бирелә. Уға лайыҡ булыу өсөн тырышып уҡырға, матбуғат менән бәйләнеш булдырып, районда, мәктәптә уҙғарылған яҡшы саралар, изге эштәр тураһында яҙып тороу кеүек талаптар ҡуйыла.
Уҡытыусылар Эльвира Марс ҡыҙы Минһажева, Рабиға Нуриәхмәт ҡыҙы Заһирова, Миләүшә Зөбәйер ҡыҙы Шәйәхмәтова һәм Фәниә Хәмит ҡыҙы Ғүмәровалар Мөнирә Кашапова ойошторған «Йәш әҙәбиәтсе» түңәрәгенең эше артабан да дауам ителәсәге тураһында һөйләп, уҡыу­сыларға был йүнәлештә яңынан-яңы уңыштар теләне. Тантаналы линейка Башҡортостан Гимны һәм пионер сафына ҡабул ителгән уҡыу­сыларҙың йыры менән тамамланды.

Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: