+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә

Барлыҡ донъя йәшеллеккә күмелеп, алмағастар аҡ шәлдәрен ябынып, ләлә сәскәләренең күҙҙең яуын алырлыҡ итеп, төҫтәр гармонияһы тыуҙырып, баҙрашҡан, сирендәрҙең хуш еҫтәре танауҙы иркәләгән мәлендә генә, йәғни һөт­айының тәүге көнөндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Тап шул көндө баш ҡалабыҙ Өфөнөң Республика балалар филармонияһы иҫәпләнгән мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең асыҡ һауала отчёт концерттарын ойоштороп, балаларға ла, ата-әсәләргә лә, ҡунаҡтарға ла ҙур байрам эшләне. Сараны ойоштороуҙа филармония директоры Геннадий Мокшаев, художество етәксеһе, концерттың режиссёры һәм алып барыусыһы Анастасия Петрова, ижади эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары Ләйсән Ғәзизова, филармонияның админстраторы Рәфит Вәлиев һәм ижади түңәрәктәрҙең етәкселәре байтаҡ көс һалған.

Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә

Әйткәндәй, Өфө балалар филармонияһында 30-лап ижади түңәрәк эшләй, шуларҙың 28-е балалар өсөн, икәүһе – ололар­ҙыҡы. Түңәрәктәрҙең ниндәйе генә юҡ, йәнең теләгәнен һайлап ҡына ал!
«Мауыҡтыр­ғыс бала саҡ илендә» тип аталған концерт филармония алдындағы май­ҙанда – асыҡ һауала үтте. Сәхнәгә алып барыусы ролендә Йылмайбикә (Клоунесса) килеп сыҡҡас, халыҡ менән тулы май­ҙан йәнләнеп китте.
– Һаумыһығыҙ, танау осонда йөҙ һипкеле булғандар һәм һипкелһеҙҙәр, оҙон сәсле толом­ҡайҙар һәм тырпайышып торған ҡыҫҡа сәслеләр! Бәләкәй дуҫтарым, ә һеҙ беләһегеҙме, ни өсөн мине Йылмайбикә тип йөрәтләр? Сөнки һәр саҡ йылмаям һәм көләм, бойоғоу тигән төшөнсә минең өсөн бөтөнләй ят! – тип сәләмләне ул концерт­ҡа йыйылыусыларҙы.
Бала саҡ иленә сәйәхәтебеҙ шулай күңелле генә башланып китте. Иң беренсе ул мөғжизәле илдең «Йылмайыу» тип аталғанына туҡталдыҡ. Бында беҙҙе «Эксклюзив» өлгөлө ритм-балет төркөмө (етәксеһе – Әлфиә Ҡаһирова) бейеүселәре ҡаршы алды. Йондоҙсоҡтарҙың дәртле көйгә бер тулҡын булып хәрәкәт итеүҙәренә ҡарау үҙе бер кинәнес булды. «Йылмайыу» иленең уртаһынараҡ үттем. Ә унда тамаша бара. «Сулпан» өлгөлө цирк коллективында шөғөлләнеүсе Есения Әхмәтшина һәм Милана Рәжәпованың (Наталья Ананченко) обручтар менән сығыш яһағанын һоҡланып күҙәтеп тор­ғанда ҡолағыма бер моңло йыр ишетелде. «Әсәйем» тип атала икән! Йәсминә Мөхәмәҙиева иҫ китмәле матур итеп башҡар­ҙы уны.
Кес кенә ҡошсоҡҡайҙар тамашасыларҙы тағы ла «Йылмайыу» бала саҡ иленең киләһе һарайына саҡырҙы. Өфө ҡалаһы балалар филармонияһының «Непоседы» тип аталған өлгөлө ҡурсаҡ һәм пластика театры тәрбиәләнеүселәренең «Бүләктәр» бейеүе ысын мәғәнәһендә матур бер тамаша булды.
Артабан беҙҙе «Дуҫлыҡ иле» ҡаршы алды. Бында «Созвездие» хор түңәрәгендә (Любовь Липатова, Эльвира Яковлева) шөғөлләнеүсе балалар дуҫлыҡ тураһында дәртле йырҙар менән сығыш яһаны. «Сварог» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (Анастасия Агеева) күктәге өйөр-өйөр аҡһыл болоттар кеүек йөҙөп, «Йөҙөгөҙ, болоттар!» бейеүен башҡарыуы йәйге йылы ямғырлы тамсыҡайҙар­ҙың бейеп-йырлауҙарын хәтерләтте.
Өфө балалар филармония­һында бер нисә вокал студияһы ла бар, шуларҙың береһе – «Солнечный круг» тип атала (Дамира Яппарова). Бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙә Самира Сәләмова, Алина Әбүтәлипова, Милена Хәбүтдинова, Әлиә Хәбировалар башҡарыуында «Беҙ бергә» тигән йырҙы тыңлағандан һуң, ысынлап та, үҙеңде Ҡояш апай тирәләй әйләнгән барлыҡ планеталарҙың һәр береһен гиҙеп сыҡҡан кеүек хис итәһең. Ә шулай ҙа үҙебеҙҙең Ер шарыбыҙ барыбер матур икәнлегенә инанаһың, ә унда төрлө халыҡтар татыу йәшәй һәм артабан да татыу йәшәһендәр, тип теләйһең.
Ниндәй филармония бейеү ансамблеһеҙ булһын инде, бигерәк тә милли бейеүҙәрһеҙ?! Әлбиттә, бында ла бер нисә бейеү ансамблендә шөғөлләнергә була. Бына «Иҙел» тип аталғаны ғына үҙе ни тора әле (Альбина Мөхтәрова)! Унда төрлө халыҡтың милли бейеүҙәрен өйрәнәләр.
«Дуҫлыҡ иле»ндә йәнә беҙгә «Сулпан» өлгөлө цирк коллективынан Әлмира Барыева менән Алиса Атаеваларҙың «Эшләпә» эҙләп йөрөүҙәре әкиәти сихри ҙә, заманса ла булды.
Артабан беҙ «Шатлыҡ иле»нә килеп индек. Унда «Илһам» хор-вокал ансамбленең (Алевтина Сморякова) «Шатлығым минең» премье­раһын ҡараныҡ. «Эксклюзив» ритм-ба­летында 30 ҡыҙыҡай матур итеп бейене.
Унан һуң беҙ тамашаның иң сағыу өлөшөндә булдыҡ. «Хыял» өлгөлө вокал студияһында шөғөлләнеүсе Зөлфиә Әҙиева (Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Наил Шәймәр­ҙәнов) «Эх, ҡайтырға ине бала саҡҡа!» йыры менән ҡаршы алды. Уны тыңлап, тамашасылар бала саҡтарына ҡайтҡан­дай булды. «Уңыш» өлгөлө спорт бал бейеүҙәре клубының тәрбиәләнеүселәре (Эдуард Ғлимнуров) «Байрам вальсы»на ҡушылып, өйрөлөп-өйрөлөп бейене. Сәйәхәтебеҙ юлын­да ҙур Бесәй менән дә осраштыҡ. Алина Мир­ғәсимова өҫтәлдә оҫта итеп пластик этюд күрһәтте. «Шатлыҡ иле»нә сәйәхәтебеҙ юлында «Иҙел» тул­ҡындары менән Корея иленә лә сәйәхәт ҡылдыҡ («Корея бейеүе») һәм улар беҙҙе «Уңыштар теләйбеҙ» («Илһам» вокал-хор ансамбле), тип йырлап оҙатып ҡалды. Шулай итеп, «Шатлыҡ иле»нән сәйәхәтебеҙҙән ҙур көс-ҡеүәт алып, өҫтәүенә, «Непоседы» (Лариса Беляева) өлгөлө ҡурсаҡ һәм пластика театрының «Атлеттар» клоундары сығышын күреп, улар­ҙың шуҡлығына, йор теллелегенә хайран ҡалып, балалар менән бергәләшеп мауыҡтырғыс сәйәхәтебеҙҙе – «Мөхәббәт иле»ндә дауам иттек. Ә унда барыһы ла ҡанатлы, сөнки мөхәббәт кешене осорта һәм, әлбиттә, йырлата! Өлгөлө милли халыҡ бейеү ансамбле «Сварог»тың – «Ғашиҡ ҡырҡаяҡтар» бейеүен, «Уңыш» өлгөлө спорт бал бейеүҙәре клубының «Ча-ча-ча»һын, «Бәхет» вокал студияһының (Гөлсинә Мөхәмәҙиева) «Рәсәй, беҙ – һинең балаларың!» тигән йырын тыңлағандан һуң «Хыял иле»нә юл тоттоҡ. Был илдә «Сулпан» өлгөлө балалар цирк студияһы беҙҙең яҡты хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырҙы.
Яна Ратушняк үҙенең түңәрәк обручтары менән балаларҙы «Үҙегеҙҙең хыялығыҙҙы һүрәтләгеҙ!» тиеп саҡырыуы булды, уларҙы «Тылсымлы рампа» халыҡ театры «Яңы быуын» йыры менән һүрәтләп тә бирҙе.
Мауыҡтырғыс бала саҡ иленә сәйәхәтебеҙ өлгөлө «Эксклюзив» ритм-балеттың «Бөтәһенән дә шәберәк!» һәм ҙур, бәһлеүән Мэт исемле айыуҙың бейеүе менән тамамланды. Ул ни тиклем ҙур булһа ла, барыбер үҙебеҙҙең Бөрйән айыуына етмәне. Концертта башҡорт йыр­ҙарының, бейеүҙәренең әҙерәк булыуы күңелде ҡырҙы. Шуға күрә, хөрмәтле түңәрәк етәкселәре, күберәк башҡортса бейеүҙәр, иҫ китмәле моңло баш­ҡорт йыр­ҙарын башҡарыу сер­ҙәренә лә өйрәтеү тураһында уйланһағыҙ ине, тигән теләктә ҡалам.
Тамаша барған майҙанда ижади аллеялар ҙа урын алғайны. Теләгән һәр бер бала үҙенең хыялын рәсем итеп ас­фальт­ҡа төшөрҙө, «Алтын ҡулдар» тигән бәйләнгән уйынсыҡтар, кейеҙҙән эшләнгән йомшаҡ уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар, «Алмас таштар» картиналары, балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн яңы сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе лә эшләне. Шулай уҡ балаларға «Таҙа Өфө» исеме менән пластик ҡапҡас­тарҙан әйберҙәр эшләп ҡарау буйын­са оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Хөрмәтле ижади һәләтле дуҫтарым, һәр берегеҙҙең каникулдары ошолай мауыҡтырғыс күңелле ваҡиғаларҙан ғына тор­һон, алаһы тәьҫораттарығыҙ бай бул­һын!

Наҡыя ИСҠУЖИНА,
филология фәндәре кандидаты.

Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Мауыҡтырғыс бала саҡ илендә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: