+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Китапхананың йәш дуҫтары

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы 1-се мәктәп уҡыу­сылары булған бер туған Рияз һәм Айназ Нәҙерғо­ловтарҙы балалар китапханаһында йыш күрәбеҙ.

Китапхананың йәш дуҫтары
Китапхананың йәш дуҫтары

Синыфташтары менән дә беҙ ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, китап уҡырға бигерәк тә әүәҫтәр. Йыш ҡына үҙҙәре менән 4 йәшлек Айлина һылыу­ҙарын да алып киләләр.
– Миңә бында ныҡ оҡшай! – ти кескәй ҡыҙ. Әлегә уҡый белмәһә лә, сағыу әкиәт китаптарын ҡарай, үҙе лә әкиәттәр һөйләргә ярата ул.

Сәлимә БАЙГИЛДИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: