+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл халҡын ҡотланыҡ

Вәзәм - баш ҡаланан иң алыҫ урынлашҡан ауыл. Әммә үҙенең берҙәмлеге менән төпкөл ауыл халҡы мәртәбәле "Айыҡ ауыл - 2022" республика конкурсында ҙур еңеү яулауға өлгәште.

Ауыл халҡын ҡотланыҡ
Ауыл халҡын ҡотланыҡ

Өфөләге тәбрикләү сараһына конкурс шарттары буйынса бәләкәй делегация ғына барһа, бөгөн беҙ Бәләкәй Арыҫланғол клубында бөтә ауыл халҡын ҡотланыҡ. Сөнки тап улар - яуланған еңеүҙең төп геройҙары, ауылдың бөгөнгөһө һәм киләсәге һәм районыбыҙҙың йөҙө. Вәзәмдәр артабан да ошо еңеүҙәренә лайыҡлы булып йәшәүҙәренә иманым камил.Тағы ла бер тапҡыр уларҙы ихлас ҡотлайым, еңеүҙең малы мәнфәғәтле, даны оҙон ғүмерле булһын!

Рөстәм ШӘРИПОВ.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Ауыл халҡын ҡотланыҡ
Ауыл халҡын ҡотланыҡ
Ауыл халҡын ҡотланыҡ
Ауыл халҡын ҡотланыҡ
Ауыл халҡын ҡотланыҡ
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: