+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Күмертауҙың алтын ҡулсаһы" буйлап

Көндәр һалҡын һәм ямғырлы булһа ла, ул беҙгә, гимназия уҡыусыларына, сәйәхәт итеү өсөн кәртә булманы. Һауа торошо насар тип торманыҡ, уңай­лы автобустарҙа ҡала урамдары буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ.

"Күмертауҙың алтын ҡулсаһы" буйлап
"Күмертауҙың алтын ҡулсаһы" буйлап

Һөйөнсө! Ҡыуаныслы хәбәр! Быйыл Күмертау халҡы, бигерәк тә балалар һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн «Күмертауҙың алтын ҡулсаһы» маршруты буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Ҡала тарихын өйрәнеү музейы автобус экскурсиялары әҙерләү һәм үткәреүгә грант отто. Был проект мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды тарафынан бирелгән аҡсаға тормошҡа ашырыла.
Уның төп маҡсаты – Күмертау ҡалаһының тарихы менән таныштырыу. «Күмертауҙың алтын ҡулсаһы» 3 автобус һәм «Ваҡыт таҫмаһы» йәйәүле экскурсияһынан тора. Маршрут турҙарын музей, китапхана, архив хеҙмәткәрҙәренән торған ижади төркөм эшләне.

Салауат ТАТЛЫБАЕВ,
VIII синыф уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы,
3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: