+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү тураһында һөйләнек

Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арнап Учалы ҡалаһының «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубы «Еңеү тураһында шиғырҙар» ижади конкурсын иғлан иткәйне. Был бәйгелә балалар, үҫмерҙәр, хатта оло йәштәгеләр ихлас ҡатнашып, шарт буйынса видеотаҫмаларын социаль селтәргә һала барҙы. Бына яңыраҡ клуб етәкселәре һәм жюри иң-иңдәрҙе һайлап алып, бүләкләү сараһына саҡырҙы.

Еңеү тураһында һөйләнек
Еңеү тураһында һөйләнек

Беҙҙең Мәҫкәү мәктәбенән өсөнсөнө тамамлаусы Алтынай Ситдиҡова Гөлнара Хәлфетдинованың «Батыр­ҙар һәйкәле» шиғырын тас­уири һөйләп, призлы урынға сыҡты. Уҡытыу­сыһы булараҡ, мин дә, ата-әсәһе лә был байрам­ға саҡырыл­ғайныҡ.
Бүләкләү тантанаһы бик матур ойошторол­ғайны. Ленинград блокадаһын кисергән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Иванович Шумилов үҙенең күргәндәрен балаларға еткерҙе. Уға был ваҡытта ни бары дүрт йәш кенә булған. Апаһы арҡаһында иҫән ҡалғанын иҫенә төшөрөп ал­ды.
Байрамды Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы Шихова етәкселегендәге «Пионер» телестудияһы концерт номерҙары менән биҙәне. «Изгелек бүләк ит!» ойошмаһы ярҙамы менән килгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар­ҙың йырлағанын тыңлап, бейегәнен ҡарап һоҡландыҡ. Еңеүселәр йәнә бер тапҡыр шиғыр­ҙарын һөйләп, беҙҙе таң ҡалдырҙы. Бигерәк тә Элина Яҡупо­ва, Риана Вәлиева, Милена Әғлиеваның сы­ғыш­тары оҡшаны. Юҡҡа ғына яңыраҡ Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә уҙған «PRОявись» Урал аръяғы конкурсында Гран-при яуламағандар шул!
Һуғыш темаһына ар­нал­ған кисә бай йөкмәткеле булды. Бындай осрашыуҙар йышыраҡ үт­һен ине.
Беҙ ҡалабыҙҙың «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубында уҙған бер саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Призлы урындар алып ҡыуанабыҙ, эшебеҙҙе, һәләтебеҙҙе күр­һәтергә өйрәнәбеҙ, тәжрибә туплайбыҙ. Клуб етәксеһе Люциә Рафаил ҡыҙы Рауиловаға, уның ярҙамсыһы Гүзәлиә Эдуард ҡыҙы Сафиуллинаға мең рәхмәтлебеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Зилдә МӘҮЛИТОВА,
хеҙмәт ветераны.
Учалы районы,
Ташҡыя ауылы.

Еңеү тураһында һөйләнек
Еңеү тураһында һөйләнек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: